Бөгөн Баймаҡ халҡы үҙ эшенең оҫтаһы, үҙ эшен урын еренә еткереп башҡарыусы, тыңғыһыҙ һәм яуаплы белемгә әйҙәүсе талантлы остаз, уҡытыусы Рим Ғәтиәт улын һуңғы юлға оҙатты
14:07 27.09.2025 16+
Бөгөн Баймаҡ халҡы үҙ эшенең оҫтаһы, үҙ эшен урын еренә еткереп башҡарыусы, тыңғыһыҙ һәм яуаплы белемгә әйҙәүсе талантлы остаз, уҡытыусы Рим Ғәтиәт улын һуңғы юлға оҙатты...
Талантлы педагог, тәжрибәле хәрби остаз, ҡайҙа ғына эшләһә лә – хөрмәтле коллега, уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы һәм башҡа бик күп яҡшы һыҙаттары менән кеше күңелен яулай алған Искужин Рим Ғәтиәт улы Баймаҡ районы Икенсе Этҡол биләмәһенә ҡараған Сәйетбаттал ауылында 01.03.1955 йылда донъяға килә. Байым мәктәбендә 8 йыллыҡ белем биреү мәктәбенән һуң 1970 йылда Сибай педагогия училищеһына инә. Дүрт йыл уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәс, йүнәлтмә буйынса Бөрө ҡалаһына эшкә ебәрелә. Йәш белгес ике ай ғына эшләп өлгөрә – 1974 йылдың ноябрь айында үк хәрби хеҙмәткә алына. Дәртле, сос егетте Армия тағы ла сыныҡтыра, төплө тәжрибә бирә, тыуған илдең намыҫлы кешеһе итеп тәрбиәләй.
Офицерҙарҙың ышанысын яулаған өмөтлө һалдатты хәрби эшкә ҡалдырырға өгөтләйҙәр, ләкин тыуған яҡҡа, атай-әсәйгә, туғандарға булған мөхәббәт һәм һағыш Рим Ғәтиәт улын, хәрби бурысын үтәгәс тә ҡайтырға мәжбүр итә. Шулай итеп, 1976 йылда Баймаҡ районы II-се Этҡол мәктәбендә ең һыҙғанып, физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Уҡыусылар менән район кимәлендәге төрлө хәрби конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәгән йәш белгесте 1983 йылда Баймаҡ ҡалаһының интернатына хәрби етәксе итеп эшкә алалар, киләһе йылға хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Ҡазан ҡалаһына офицер кадрҙарын ҡайтанан әҙерләү курсынан кесе лейтенант званиеһына эйә булып ҡайта. Артабан Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында тағы ла белемен камиллаштыра, өлкән лейтенант званиеһын ала. Интернатта 7 йыл эшләй ул, өйләнә, өс балаға атай була. Тағы ла хәрби етәксе вазифаһын намыҫлы итеп ҡаланың 1-се һәм 2-се мәктәбендә 11 йыл буйы йәш быуынға хәрби күнекмәләргә өйрәтеүҙән тыш, остаз булараҡ хәрби кадрҙар әҙерләүгә лә булышлыҡ итә. 2001 йылда Баймаҡ ҡалаһының хәрби комиссариатына эшкә алалар. Тиҫтә йылдар балалар менән эшләгән уҡытыусыға буласаҡ һалдаттарҙың хәрби хеҙмәткә әҙерлекһеҙ булыуы эсен бошора һәм Рим Ғәтиәт улы 2003 йылда 105-се һөнәрселек училищеһына эшкә бара. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда 9-сы класты бөтөп, әрме сафына тиклем һөнәр алған егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләй. Ауыл хужалығы училищеһында кадет төркөмдәре булдырырға ла ирешә ул. Әллә күпме йылдар хәрби йыйындың етәксеһе була. Шулай итеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы ғүмерен йәш быуында хәрби әҙерлек буйынса белем биреү менән бер рәттән илһөйәр, ҡаһарман рухлы итеп тәрбиәләүҙә ҙур көс һала.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тынғыһыҙ, дәртле кеше тик ултырыуҙы өнәп етмәй, Баймаҡтың көнъяҡ биҫтәһенә яңы һалынған 5-се һанлы мәктәпкә эшкә килә һәм яңы идеялар менән яратҡан эшен дауам итә. Етеҙ кеше барыһына ла өлгөрә. Шуны ла билдәләү мөһим – Рим Ғәтиәт улы эшләгән һәр мәктәптә лә яугирҙарға арналған “Тыуған илде һаҡлау тигән һөнәр бар” тип аталған стенд булдыра. Рим Искужин кадет кластарын хәрби күнекмәләргә өйрәтеп, етди шөғөлләнгәс, улар өсөн кейем булдырыуға бағыусылар таба. Ҡала һәм райондың күп сараларының тантанаһын тап 5-се мәктәптең кадет кластары аса, ошо уҡыусылар Еңеү парадында ҡатнаша. Быйылғы уҡыу йылында тағы ла бер башланғыс класты тамамлаған уҡыусыларҙы кадет класы итеп ҡабул иттеләр. Рим Ғәтиәт улының ҡаҙаныштары ла бик күп: Хеҙмәт ветераны; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты; Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙәге һәм ветерандар хәрәкәтенә ярҙам һәм булышлыҡ иткән өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән. Шулай уҡ, әлеге көндә майор дәрәжәһен йөрөткән хәрби уҡытыусының Рәхмәт хаттары һәм грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Улар барыһы ла яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн. Бихисап уҡыусылары хәрби училищеларҙа уҡып, хәрби дәрәжәле ил һаҡсылары булып, хатта ҡыҙыу нөктәләрҙә етәкселек итеүе – үҙе бер ҙур ҡаҙаныш.
Оло йөрәкле, халҡына тоғро хеҙмәт итеүсе Рим Ғәтиәт улы Искужин тураһында иҫтәлектәр беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.