18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#ПатриотическоеВоспитание

06:40 01.10.2025 16+
666
#ПатриотическоеВоспитание
#ПатриотикТәрбиә
#МОБУСОШ1_еИткулово
#год_защитника_отечества_2025
#Год_поддержки_участников_СВОичленовихсемей_2025
Ватан өсөн яуға киткәндәрҙең
Ут эсендә тамды ҡандары.
Килер быуындарға өлгө булып
Мәңгелеккә ҡайтты дандары.
(И.Әхмәтов).
Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбендә патриотик тәрбиәгә ҙур әһәмиәт бирелә . Бөгөн ошо йүнәлештәге мөһим сараларҙың береһе - "Герой парта"лары асыу сараһы үтте. Тыуған ил алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәп, һуңғы һулышына тиклем антына тоғролоҡ һаҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм батырҙарса һәләк булған ауылдаштарыбыҙ , мәктәбебеҙҙең сығарылыш уҡыусылары иҫтәлегенә арнап әҙерләнде был парталар . Тулҡынландырғыс та, моңһоу ҙа сарала Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хәмитов Хөрмәт Хәмит улы, оҙаҡ йылдар мәктәптә хеҙмәт иткән , бөгөнгө геройҙарҙың күпселегенең уҡытыусыһы Сөләймәнов Хәлит Хәмзә улы, мәрхүм булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре, туғандары ҡатнашты. Кисә барышында уҡыусылар яугир һалдаттарҙың тормош һәм хеҙмәт юлы, күрһәткән батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт бирҙеләр , ата-әсәйҙәр ҙә уҡыусыларға теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Саҡырылған ҡунаҡтар бындай сараларҙың йәш быуын өсөн әһәмиәтен билдәләп үттеләр, яҡындарын юғалтҡандарға сабырлыҡ теләнеләр . Һуңынан шаһит киткән мәрхүмдәр рухына аят бағышланды. Парталарҙағы геройҙар уҡыусылар өсөн батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып торор, бөйөк эштәргә саҡырыр, илгә тыныслыҡ килер , тигән өмөттә һәм теләктә йомғаҡланыҡ сараны.
Оставить сообщение