14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М
09:44 13.12.2025 16+
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Тел ул - бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телде һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү - һәр кемдең изге бурысы. Ошо уңайҙан балаларҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған тел менән ғорурланыу тойғоһо һәм телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү маҡсатында Баймаҡ ҡалаһы һәм районы мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында бик күп саралар үтте.
Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!