30 ғинуарҙа район Мәҙәниәт йортонда ҡала ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн башҡортса "ЙырАлыш" музыкаль уйыны уҙҙы
09:32 04.02.2026 16+
30 ғинуарҙа район Мәҙәниәт йортонда ҡала ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн башҡортса "ЙырАлыш" музыкаль уйыны уҙҙы.
Сарала урындағы "Беренселәр хәрәкәте" командаһы, Йәштәр эштәре буйынса комитеттан "Йәшлек" командаһы, Баймаҡ телевидениеһы, "Һаҡмар" редакцияһы, ҡаланың 4-се мәктәбе, Баймаҡ районы электр селтәрҙәре ойошмаларынан "Шаяндар" йыйылма командаһы, мәҙәниәт йортонан "Дәртлеләр" командаһы бик теләп ҡатнашты.
Төркөмдәр башҡортса музыкаль белемдәрен 6 раундта: рок, халыҡ йыры, ретро, этно, шансон стилдәрендә тикшерҙе. Һәр дөрөҫ яуапҡа мәрәйҙәр ҡуйылды һәм еңеүсе итеп "Шаяндар" командаһы билдәләнде.
Ҡыҙыу һәм дәртле уйын өсөн барлыҡ ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Йыр-моңға ҡарата булған һөйөүегеҙ бер ҡасан да һүрелмәһен!
Последние новости
Сэкономь на штрафах — внеси экосбор до 15 апреля! Производители и импортёры товаров и упаковки обязаны обеспечивать утилизацию отходов от их использования в соответствии с требованиями расширенной ответственности производителей (РОП). ???? Срок подачи отчётности до 15 апреля года, следующего