18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#БашҡортҒаиләһеКөнө

19:59 02.03.2026 16+
77
#БашҡортҒаиләһеКөнө
#ҘурҺәмТатыуҒаиләЙылы
#Аҡморонауылкитапханаһы
Башҡорт ғаиләһе көнө һәм Республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан Аҡморон ауыл китапханаһында мәҙәниәт ойоштороусыһы Фаягөл Таулыҡаева менән берлектә «Башҡорт ғаиләһе - ил терәге” исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо. Был сарала ғаиләләрендә ғөрөф ғәҙәттәрен, телен, рухын һаҡлаған башҡорт ғаиләләре ҡатнашты. Улар - Нәйлә һәм Радмир Ҡаһармановтар, улдары Шайморат һәм Айбулат; Әлиә һәм Азамат Рәхмәтуллиндар, уларҙың ҡыҙҙары Әдилә; алтын юбилейҙарын билдәләүсе Хәҙисә һәм Рәсүл Балапановтар; Ғәлиә һәм Фәүис Исламғоловтар; Рәйсә һәм Ильяс Исламғоловтар; Зәлифә Сабир ҡыҙы һәм Ильяс Искәндәр улы шулай уҡ Әлифә Сабир ҡыҙы; Зәмиә Йәнбирҙина, Ишһылыу Рыҫҡужина, Миңзифа Таулыҡаева - сараның төп биҙәге булды.
Һөйләшеү фәһемле фекерҙәрҙән һәм ҡотлау һүҙҙәренән башланып китте. Артабан һәр ғаилә, әңгәмәгә ҡушылып, башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш, ғаилә йолалары, тел мәсьәләләренә туҡталып үттеләр. Миңзифа Таулыҡаева ҡунаҡтарға үҙе яҙған ҡобайырын башҡарҙы. Һәр ғаилә татыулыҡ өлгөһө, рухиәт балҡышы булып кисәне йәмләне.
Оставить сообщение