18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Батыр Вәлид (Батыр Хәжиәхмәт улы Вәлитов) 1905 йылдың 20 апрелендә Башҡортостандың Баймаҡ районының Тоҡтағол ауылында ярлы шахтер ғаиләһендә тыуған

05:15 21.04.2025 16+
281
Батыр Вәлид (Батыр Хәжиәхмәт улы Вәлитов) 1905 йылдың 20 апрелендә Башҡортостандың Баймаҡ районының Тоҡтағол ауылында ярлы шахтер ғаиләһендә тыуған.

Йәшләй етем ҡалып, байҙарҙа көтөү көтә, приискыларҙа эшләп, төрлө ауырлыҡтар күреп үҫә. Тәүҙә Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонының үҙәге Ташлы ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. 1923 йылда Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге интернат мәктәбенә уҡырға инә. Ошо йылдарҙа Батыр Вәлид әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына һәм үҙе лә шиғырҙар яҙа башлай. Мәктәпте тамамлағас, ул рабфакта, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

Батыр Вәлидтең исеме 1924 — 1925 йылдарҙа матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай, айырыуса ул 1926 — 1932 йылдарҙа популяр шағирҙарҙың береһе булып таныла. Уның бер-бер артлы “Асыу ҡатыш йылмайыу”, “Тау балаһы”, “Борғо тауышы”, “Еңеү” кеүек шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. Әҙәбиәткә Батыр Вәлид индустриаль хеҙмәт, атап әйткәндә, үҙе тыуып үҫкән Түбә руднигы, шахта батырҙарын, улар тормошондағы ҙур үҙгәрештәрҙе йырлаған үҙенсәлекле шағир булараҡ килде. Башҡортостан халыҡтары араһында киң таралған популяр “Ҡуңыр буға”, “Ирәндек буйында”, “Салауат маршы” кеүек йырҙарҙың текстары бынан алтмыш йылдар элек Батыр Вәлид тарафынан яҙылғандар.

Утыҙынсы йылдарҙа уның сәләмәтлеге насарланыу сәбәпле, ижади активлығы ла кәмей. 1941 йылға тиклем ул Башҡортостандың көньяҡ райондарында уҡытыусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, фронтҡа китә, фашистарға ҡаршы дәһшәтле көрәштәрҙә Батыр Вәлид ауыр контузия ала һәм шуның һөҙөмтәһендә инде бөтөнләй һуҡырая. Шағир шундай бәхетһеҙлеккә осраһа ла, ҡәләмен ташламай, һуңғы йылдарҙа уның “Бүләгем”, “Һайланма әҫәрҙәр”, “Йырлайыҡ, дуҫтар”, “Күңел күҙе”, “Ҡурай моңо”, “Йылдарым — йырҙарым” китаптары баҫылып сыҡты.

Ул шиғырҙар менән бергә лиро-эпик характерҙағы “Тау балаһы”, “Билсән Сөләй”, “Ҡауышыу”, “Уралға йырым” кеүек поэмалар яҙҙы.
Оставить сообщение
Последние новости
2025-05-05
18+
Уважаемые жители района! Проголосуйте за благоустройство нашего района!
В Башкортостане стартовало голосование по выбору общественных территорий, которые благоустроят в 2026 году.Среди заявленных на голосование проектов по благоустройству- Благоустройство пешеходной зоны по ул.Мира г.Баймак.- Благоустройство
126
2025-05-05
18+
Проверка водоемов: Как узнать о качестве воды в местных реках и озерах для купания
В связи с наступлением купального сезона сотрудники Роспотребнадзора рекомендуют гражданам, что совершенно точно не подойдет место, где живут водоплавающие птицы, утки, гуси и даже чайки. Все дело в том, что они выбрасывают в воду личинки, для
131