#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
08:10 29.04.2025 16+
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#УралБатырМәктәбе
#УралБатырЭпосынЯттанҺөйләүселәрБәйгеһе2025
#СказителиЭпосаУралБатырОВЗ2025
#УралБатыр
Баймаҡ ҡалаһы "Айыуҡай" балалар баҡсаһында ике көн рәттән "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр район бәйгеһе үтте. Был бәйге 2020 йылда "Аҡ тирмә" милли мәҙәни үҙәгенән башланғыс алған, баҡсабыҙҙа эшләп килгән "Урал батыр мәктәбе" проекты тарафынан бер-нисә йыл рәттән үткәрелеп килә. Бәйгенең төп маҡсаты – халҡыбыҙҙың бай рухи ҡомартҡыһын үҙләштереү, киләсәк быуындарға еткереү.
Бәйгегә йыйылыусы, йәш сәсәндәр үҙҙәренең музыка ҡоралында уйнау һәләтен, һөйләү ҡеүәһен, зирәклеген, артислыҡ һәләттәрен иҫбатланылар.
Тәүге көн бәйге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үткәрелде. Бында ҡаланың балалар баҡсаһынан 6 ҡатнашыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Икенсе көнөндә бәйге тағы ла көсөргәнешлерәк барҙы. Баймаҡ ҡалаһы һәм районы балалар баҡсаһынан тәрбиәләнеүселәр үҙ көстәрен һынап ҡарау теләген белдерҙеләр. Балалар һаны 3 тапҡырға күберәк булды һәм йәш үҙенсәлегенә ҡарап ике төркөмгә бүленде. 4-5 йәшлек ҡатнашыусылар һаны 10, 6-7 йәшлек ҡатнашыусылар һаны 14 етте. Был юлы балалар эпосты яттан һөйләү генә түгел, уны сәхнәләштереүҙә лә үҙҙәрен һынап ҡаранылар. "Айыуҡай", "Толпар", "Әкиәт", "Күбәләк" һәм Ҡолсора ауылы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре әртистәргә хас сығышытары менән баһалама ағзаларын да, килгән ҡатнашыусыларҙы ла хайран итте.
Тәбиғәт һәм кешелектең үлемһеҙлеген данлаусы “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, уны өйрәнеп, тарихыббыҙҙы белергә теләүсе кескәйҙәребеҙ булғанда киләсәгебеҙ ышаныслы.
“Урал батыр” эпосы башҡортмон тигән һәр кемдең күңел түрендә йөрөргә, халҡы өсөн үлемһеҙ эштәргә саҡырып торорға тейеш!