18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер көнгә Баймаҡ ҡалаһына гастролгә килә!

14:32 07.05.2025 16+
1390
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер көнгә Баймаҡ ҡалаһына гастролгә килә!

26 май 19:00 сәғәттә Баймаҡ ҡалаһы Халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә Венер Исхаҡов әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған "Йырланмаған йырым һин..." музыкаль мелодрамаһы уйналасаҡ.

Кешеләр күңелен арбай алған тауыш – талантлы йырсыларға бирелгән оло бүләк, тигән фекерҙә булған боронғолар. Моңло йырсылар иңендә ҙур яуаплылыҡ ята: улар һәләте менән сәнғәткә хеҙмәт итергә, бөйөк эштәр башҡарырға тейеш. Хәсән исемле йәш йырсы йырҙары менән кешеләр күңелен йомшартырға теләй, шул ваҡытта ғына улар үҙҙәренең изге йөрәкле икәндәрен онотмаясаҡ, тип иҫәпләй ул. Герой үҙ маҡсатына тоғро ҡала алырмы, әллә еңел булмаған миссияһына хыянат итерме?..
Оставить сообщение